Бәләкәй пациенттар көндөҙгө стационарҙа ҡабул ителә, тип белдерҙе учреждение директоры Милана Скоробогатова. Үҙәктә 4 пациентта норовирус инфекцияһы симптомы асыҡланды. Учреждение бер аҙнаға ябылды. Инфекция хәүефен бөтөрөү өсөн бөтә саралар күрелгән. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте эште башлауға рөхсәт биргән.




