Өфө Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең мөмкинлеге сикләнгән балалар араһында тәүге ҡышҡы Спартакиадаһын ҡабул итә. Был турала Радий Хәбировтың Рәсәй спорт министрының беренсе урынбаҫары Одес Байсолтанов менән осрашыуында белдерелде. Спартакиада быйыл декабрҙә уҙғарыла. Радий Хәбиров белдереүенсә, республикала спорт инфраструктураһы үҫешә. 16 ҙур объектты төҙөү һәм проектлау эштәре алып барыла.




