Башҡортостанда ай һайын бизнесмендар менән осрашыуҙар ойошторола

Был турала Радий Хәбиров белдерҙе.  Беренсе осрашыу 19 февралдә Сибай эшҡыуарҙары менән була. Уны премьер-министр Андрей Назаров уҙғара. Февраль аҙағында тағы бер осрашыу ҡаралған. Ул Радий Хәбиров етәкселегендә  үтә.  - Эшҡыуарҙар фекерен ишетергә, һорауҙарға  яуап бирергә кәрәк. Бөтә  мәсьәләләр, күтәрелгән проблемалар буйынса эш алып барыла, тине Республика  Башлығы.

Фото №1 - Башҡортостанда ай һайын бизнесмендар менән осрашыуҙар ойошторола
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ