Башҡортостан БДБ илдәренең физик мөмкинлеге сикләнгән балалар спартакиадаһына әҙерләнә


Башҡортостанда декабрҙә үтәсәк Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең физик мөмкинлеге сикләнгән балалар спартакиадаһына әҙерлек саралары башланды. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров дүшәмбе оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Ултырышта эшҡыуарҙарға ярҙам саралары, район дауаханаларында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн модулле консультация үҙәктәрен ойоштороу, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә әҙерлек һәм башҡа һорауҙар ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Аҙналыҡ оператив кәңәшмә бүләкләү тантанаһынан башланды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, танк батальонының эвакуация бүлексәһе командиры Мөҙәрис Аҫылбаев генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Яугирға дәүләт наградаһын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Тәжрибәле хәрби алғы һыҙыҡта техника эвакуациялауҙа юғары ҡаҙаныштарға ирешкән.

Башҡортостан декабрҙә Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең физик мөмкинлеге сикләнгән балалар спартакиадаһын ҡабул итәсәк. Халыҡ-ара спорт сараларын ойоштороуҙа республика тәжрибәһе Рәсәйҙә иң яҡшыларҙан иҫәпләнә, шуға ла алда партакиаданы юғары кимәлдә үткәреү маҡсаты тора.

Былтыр республика эшҡыуарҙарына ярҙам саралары арттырылды. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ проекттарын үҫтереү өсөн 1 млрд һум самаһы аҡса бүленгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров матди ярҙам сараларынан тыш бизнес вәкилдәре менән күҙгә-күҙ аралашыу әһәмиәтен билдәләне. Февралдән республика етәксеһе айына бер тапҡыр муниципалитет эшҡыуарҙары менән осраша башлаясаҡ.

Башҡортостанда «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә «Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау» программаһы старт алды. Уға ярашлы, төбәктә район дауаханаларында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн модулле консультация бүлектәрен ойоштороу күҙаллана. Гүзәл заттарҙың сәләмәтлеген тикшереү үҙәктәре өсөн республика бюджетынан 700 млн һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайнынан төп саралар 21 февралдә үтә, сөнки 23 февраль ойошторолған илһөйәрлек байрамы йәкшәмбегә тура килә. Радий Хәбиров муниципалитет етәкселеренә Ватанды һаҡлаусылар көнөн етди әҙерлек менән ойоштороу бурысын ҡуйҙы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар , Афған һуғышы һәм Төньяҡ Кавказ хәрби бәреләштәре ветерандары иғтибар үҙәгендә булырға тейеш.

Флорида Ким

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ