Башҡортостанда коммуналь инфраструктураны яңыртыу программаһының икенсе этабы старт алды


Был мәсьәлә Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте» форматында сираттағы тематик кәңәшмәлә күтәрелде. Бынан тыш, йылытыу миҙгеле барышы ла тикшерелде.

Төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итеүенсә, йылытыу миҙгеле штат режимында үтә. Республикала кәрәкле техника менән тәьмин ителгән 360 авария-тергеҙеү бригадаһы ойошторолған. 2023-2024 йылдарҙа коммуналь инфраструктураны модернизациялау программаһының беренсе этабында 21 объект реконструкцияланған һәм капиталь ремонт үткәрелгән. 115 километр оҙонлоғонда инженер селтәрҙәре алмаштырылған. Быйыл тағы ла өс проектты тамамлау планлаштырылған. Шулай уҡ быйыл Оло Ыҡтамаҡта һыу алыу ҡоролмаһы төҙөлә башлай, ә Яңы Балаҡатайҙа һыу менән тәьмин итеү селтәрен, Нефтекамала коллекторҙы капиталь ремонтлау ҡаралған. Бынан тыш, Өфөлә һыу менән тәьмин итеү һәм ағыҙыуҙың биш участкаһы төҙөкләндереләсәк. Бөтә проекттарҙы тормошҡа ашырыу 37 мең кешегә күрһәтелгән коммуналь хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ