Подразделениела башлыса Саҡмағош районы егеттәре хеҙмәт итә, шуға ылауҙы ла тап ошо район халҡы инселәп ебәргән. Яугирҙар аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр, көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән бергә хәрби заданиела ҡулланылған ҡорамалдар, нығытмалар эшләү өсөн төҙөлөш материалдары алды. Һалдаттарҙың урынлашҡан еренә үк алып барып етелгән гуманитар ярҙамды БЮТ хәбәрселәре лә оҙатып барҙы. Луганск халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров репортажы.
Яҡында ғына шартлау тауыштары яңғырап торғанда яйлап эш итергә форсат юҡ. Яугирҙар тыуған яҡтан килгән ылауҙы шундуҡ бушатырға тотона. Шәхси посылкалар тура блиндаждарға индерелһә, дөйөм тәғәйенләнештәге кәрәк-яраҡтар келәткә оҙатыла.
Фронтта бер шешә һыу алыу ҙа ҡыуаныс, ти яугирҙар. Гуманитар ярҙам килеүе инде бөтөнләй байрамға әйләнә. Ылау менән килгән яҡташтарҙы күреп ҡалырға тип аҡһап булһа ла яраланған яугирҙар килеп етә.
«Башҡортостан» полкының радиоэлектрон күрәш ротаһында башлыса Саҡмағош районы егеттәре тупланған. Яҡташтары уларҙы барлыҡ кәрәк-яраҡтар менән дә тәьмин итергә тырыша. Беҙҙең имен тормош өсөн көрәшкән яугирҙар көнкүреш мәшәҡәттәре менән баш ватырға тейеш түгел, ти Саҡмағоштар.
Ылауҙы туплауҙа республиканың бокс федерацияһы ла ярҙам иткән. Яҡташтарыбыҙ спорт министрлығы менән берлектә генераторҙар, квадрокоптерҙар оҙатҡан.
Окоп шәмдәре, тепловизор, аҙыҡ-түлек, төҙөлөш материалдары. Фронтта ваҡ-төйәктәр юҡ. Барыһы ла еңеүҙе яҡынайтыу өсөн иң кәрәкле әйберҙәр.
Шулай ҙа яугирҙарҙың иң көтөп алғаны өйҙән яҙылған хаттар. Яугирҙарҙың һәр береһе тыуған яҡ сәләмдәре, балалар төшөргән һүрәттәр алып ҡыуанды. Ләкин нисек кенә йылы осрашыу булмаһын оҙаҡҡа һуҙылырға ярамай. Иҫтәлеккә фотоға төшөп егеттәр хәрби бурысын үтәүгә юллана.
Айнур Кәбиров



