Быйыл ноябрҙә Өфөнөң Николай Дмитриев урамында урынлашҡан 23-cө мәктәптә реконструкция эштәре тамамлана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, белем усағының элекке бинаһы авария хәлендә тип танылып былтыр һүтелгәйне. Уның урынында биш ҡатлы яңы корпус төҙөлә. Объекттағы эш барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Кирбес өҫтөнә кирбес һалына. Төҙөүселәр буласаҡ белем усағын күтәреүгә яуаплы ҡарай. Тиҙҙән Өфөнөң Йәштәр микрорайонында дүрт һәм биш ҡаттан торған бина ҡалҡып сығасаҡ, дөйөм майҙаны 8 мең квадрат метрға иҫәпләнгән. Төҙөлөш участкаһы ҡатмарлы һанала, шуға күрә ер эштәрен башҡарыу, объекттың нигеҙен ҡороуға күп көс талап ителә
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Мөнир Хәмәҙинуров билдәләүенсә, быйылғы ҡыш төҙөлөш өсөн уңай. Бина стеналары күтәрелгәндән һуң йәйгә ҡарай эске һәм тышҡы яҡтан биҙәкләү эштәре планлаштырылған.
Өфөнөң Дмитриев урамы 19/1 адресы буйынса быға тиклем дә мәктәп урынлашҡан булған. Әммә 1969 йылғы бина авария хәлендә тип танылып һүтелә. Уҡыусылар яҡындағы белем усаҡтарына күсерелә. Яңы мәктәп төҙөлөшөнә килгәндә, эш быйыл көҙ тамамланырға тейеш. Бында 200 бала белем аласаҡ. уҡытыу бер сменаға иҫәпләнгән.
Реконструкция осорона 23-cө мәктәп уҡыусыларының күп өлөшө Рәсәй геройы Риф Сәхәбетдинов исемендәге 15-се белем биреү үҙәгендә уҡыуын дауам иткән, педагогик коллектив та тулы составта бында эшләй. Яңы корпус төҙөлөшө - һәр кем өсөн көтөп алынған ваҡиға. Уңайһыҙлыҡтар ваҡытлыса ғына.
Өфөнөң 23-cө мәктәбенә күләмле реконструкция эштәре республика адреслы инвестиция программаһы нигеҙендә ойошторолған. Объект Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ярҙамында төҙөкләндерелә башлаған. Яңы корпуста балаларға уҡыу программаһын үҙләштереү, спорт менән шөғөлләнеүгә күпкә уңайлыраҡ шарттар булдырыу ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина



