Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайына яңы етәксе һайланды


Баймаҡтар ҡор йыйҙы. Баймаҡ районы хакимиәтендә үткән сарала ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезында ҡабул ителгән ҡарарҙар, урында алып барылған эштәр менән танышты. Төбәктә тормошҡа ашырылған проекттарға ла йомғаҡ яһалды. Сара һуңында Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайына яңы етәксе һайланды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Башҡорт халыҡ йырынан башланған осрашыу сара ҡатнашыусыларын тағы ла рухландырҙы. Баймаҡ районы хакимиәтендә үткән йыйын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезы йомғаҡтары һәм маҡсаттары хаҡында фекер алышыуға ҡоролғайны.

Фекер алышыуҙа «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыу буйынса Тәнзилә Ҡотлогилдина һөйләһә, хәҙерге заман шарттарында мәғлүмәт хәүефһеҙлеге тураһында журналист, «Ватандаш» журналы баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева сығыш яһаны. Сара һуңында Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе итеп бер тауыштан Азамат Мөхәммәтшин һайланды. Яңы рәйес киләһе йылдарҙа башҡарыласаҡ эштәргә туҡтатылып, тәү сиратта йәштәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу кәрәклеген билдәләне.

Халыҡ мәнфәғәтендә әүҙем эшләүселәр дәүләт һәм йәмәғәт наградалары менән бүләкләнде. Шулай уҡ Баймаҡ районында тормошҡа ашырылған айырым проекттарға йомғаҡ яһалды. «Сәләмәт ауыл», «Мул һыулы Һаҡмар», «Башҡорт телендә иң күп китап уҡыусы» һанап үтелгәндәрҙең ҡайһы берҙәре генә. Ошо юҫыҡта эште киләһе йылдарға тағы ла йәнләндереү, дауамлы итеү маҡсаты ҡуйылды.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ