Кушнаренко районы Иҫке Ҡормаш ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсының район этабы еңеүсеһе


Айыҡ йәшәү рәүешен һайлаған ауылда конкурс сиктәрендә биш тиҫтәнән ашыу тематик саралар, байрамдар, спорт ярыштары ойошторолған. Иҫке Ҡормашта уҙған «Айыҡ ауыл» байрамынан БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Иҫке Ҡормаш быуындар күсәгилешлеген һаҡлаусы ауыл. Шуға күрә лә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған «Урам байрамы»нда ҡатнашыусылар сараны Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙгә азатлыҡ яулаған яугирҙар һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланы.

Артабан ҡунаҡтар иҫке ҡормаштар биҙәгән тематик тирмәләр янына үтте. Тәүге тирмә ошо ауылдың бер урамынан сыҡҡан ике тиҫтәнән ашыу медицина хеҙмәткәрҙәренә бағышланған. Тирмә хужабикәһе Светлана Вахитова сәләмәт йәшәү рәүешен һайлауҙа аҡ халатлыларҙың ролен айырым билдәләп үтте, хеҙмәт династиялары, ауылдаштарының уңыштары һәм ҡаҙаныштары менән таныштырҙы.

Ауылдың тиҫтәнән ашыу ағас эшкәртеү оҫталары, Рәзим Мөхәмәтвәлиев кеүек үҙ Кулибиндары бар. Был тимер аттарҙы ҡораусы урамдарҙы ҡарҙан таҙарта, ә байрамға ауылдаштарына барлыҡ кәрәк-яраҡтарҙы, йорт йыһаздарын, тирмәләр ташырға ярҙамлашҡан. Оҫта ҡуллы физика-математика уҡытыусыһы өлгөһөндә тимер эшен өйрәнергә ынтылыусы йәштәр үҫеп килеүе лә ҡыуаныслы.

Иҫке Ҡормаш хужабикәләре уңғанлыҡта, милли ризыҡтар әҙерләүҙә районда бер кемгә лә ал бирмәй.Ҡунаҡтар хужабикәләр әҙерләгән төрлө ризыҡтарҙы, тәмлексәтәрҙе, ҡайнар былауҙы һәм үлән сәйҙәрен юғары баһаланы.Өлкән йәштәрге ауыл ағанәйҙәре үҙҙәре белгән аш-һыу серҙәренә йәш-елкенсәкте лә ихлас өйрәтә.

Байрамда ҡатнашҡан ауылдаштар махсус хәрби опреация биләмәһендәге яугирҙарҙы ҡеүәтләп йылы йөкмәткеле хаттар яҙҙы. Ауыл халҡы урам байрамында дәррәү ҡатнашып үҙҙҙәренең берҙәмлеген, тырышлығын күрһәтте.

«Айыҡ ауыл» респулика конкурсының урам байрамы юғары кимәлдә ойошторлоуы, халыҡсанлығы һәм ҡунаҡсыллығы менән иҫтә ҡалды. Иҫке Ҡормашта йәшәүсе олоһо-кесеһе татыулыҡ, берҙәмлек, айыҡ тормош , сәләмәт йәшәү рәүеше өҫтөнлөклө булыуын раҫланы.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ