Әбйәлил районында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яҡташтар иҫтәлегенә ат ярыштары үтте


Яуҙа - яуҙаш, донъя көткәндә юлдаш. Әбйәлил районында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яҡташтар иҫтәлегенә ат ярыштары үтте. Унда Башҡортостандың 8 районы һәм күрше өлкәләрҙән ҡатнашыусылар көс һынашты. Ентекләберәк киләһе яҙмала.

Ҡышҡы ат сабыштары ҡар-буранды уйната. Хәрби бәрелештәр, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар иҫтәлегенә ойошторолған бәйге Әбйәлил районы халҡын ғына түгел, республиканың төрлө нөктәләренән, күрше Ырымбур һәм Силәбе өлкәһенән һыбайлыларҙы йыйҙы. Тупаҡ ауылы эргәһендәге биләмәлә ҡышҡы ярыштарҙы ойоштороу матур йолаға әйләнгән.

Бәйге төрлө дистанцияларҙы үҙ эсенә алған ат сабыштарын, «Ылаҡ» уйынында һәм уҡтан атып мәргәнлектә көс һынашыуҙы күҙ уңында тота. Саранан бер кем дә бүләкһеҙ ҡайтманы. Беренсе урын алыусыларға тай, икенсе һәм өсөнсө урын яулаусыларға аҡсалата бүләк тапшырылды.

Еңеүселәрҙең береһе Тупаҡ ауылында йәшәүсе 12 йәшлек Зариф Аҡмырҙин, ул да бүләккә ҡолон алды. Әбйәлилдәр «Ылаҡ « уйынында ла һынатманы.

Бөгөнгө ярыштар - ул спорт ҡына түгел, ә азатлығыбыҙҙы яҡлаусыларға хөрмәт күрһәтеү, ти ойоштороусылар. Ҡанлы яуҙа ла, хужалыҡта ла, күңелле ял сәғәттәрендә лә ат башҡорттарҙың тоғро дуҫы.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ