Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, юғары күрһәткескә иҡтисадтың төрлө тармаҡтарын үҫтереү, ҙур инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу, төҙөлөш, сауҙа, ауыл хужалығы өлкәләрендә һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барыу менән аңлатыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, Республикала 2030 йылға тиклем тулайым төбәк продукты 4 триллион һумға етергә тейеш.




