Өфөлә Радий Хәбиров менән Ботиржон Асадовтың эшлекле осрашыуы үтте


Башҡортостандың Үзбәкстан төбәктәре менән хеҙмәттәшлек итеүҙә үҫеш мөмкинлектәре киң. Был турала Үзбәкстан республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Ботиржон Асадов Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыуында билдәләп үтте. Тауар әйләнеше йылдан-йыл арта, иҡтисади күрһәткестәр ҙә яҡшыра. Һөйләшеү барышында сәнәғәт кооперацияһын нығытыу мөһимлегенә төп иғтибар йүнәлтелде, шулай уҡ гуманитар, социаль һәм туризм өлкәләрендәге берҙәм проекттар ҡаралды, хеҙмәт миграцияһы тураһында ла һүҙ барҙы.

Волна
Акции БСТ