Яугирҙарға татлы күстәнәс. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар Матбуғат йортонда бауырһаҡ һәм сәк-сәк бешерҙе.
Баллы ризыҡ махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға тәғәйенләгән. Изге сара журналист Зөһрә Арсаева һәм уның әсәһе Менәүәрә Нуретдин ҡыҙы башланғысы менән ойошторолдо. Акцияла ҡатнашыусы гүзәл заттар өсөн был үҙенә күрә оҫталыҡ дәресе лә булып торҙо. Мәғлүм булыуынса, Зөһрә Фәнил ҡыҙының тормош иптәше бөгөн илде һаҡлай. Әҙерләнгән бауырһаҡ һәм сәк-сәк хәрбиҙәр госпиталенә оҙатыласаҡ. Коллегаларыбыҙ һәм «Ете ҡыҙ» проекты вәкилдәре әҙерләгән күстәнәс яҡын көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының гуманитар ылауы менән юлға сыға.



