Башҡортостан парламентында кибермутлашыу проблемаһы ҡарала

Спикер Константин Толкачев брифинг уҙғарырырға ҡушты, тип хәбәр итә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте. -Республика халҡы көн һайын бер нисә миллион һумға алдана Уҙған йылда интернет аша мутлашыуҙарҙан финанс зыян 4 миллиард 400 миллион һум булған, - тине Константин Толкачев. 1 сентябрҙән Рәсәйҙә кредит алыу тураһында законға төҙәтмәләр көсөнә  инә. Уларға ярашлы 50 мең һумдан 200 мең һумға тиклем кредит биреү буйынса ҡарар 4 сәғәттән һуң ғына ҡабул ителә. Ҙурыраҡ сумма алырға теләүселәр банктан яуапты ике тәүлек көтәсәк.

Фото №1 - Башҡортостан парламентында кибермутлашыу проблемаһы ҡарала
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ