Башҡортостандың Үзбәкстан төбәктәре менән хеҙмәттәшлек итеүҙә үҫеш мөмкинлектәре киң


Уҙған йылдың 11 айы һөҙөмтәләре буйынса тышҡы тауар әйләнеше 20 процентҡа артҡан. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Ботиржон Асадов менән эшлекле осрашыуында билдәләп үтте. Яҡтар юл картаһына һалынған мөһим проекттарҙы ҡарап, сәнәғәт кооперацияһына төп иғтибарҙы йүнәлтте.

Быйыл майҙа Өфөлә Наманган өлкәһенең сауҙа йортон асыу көтөлә, унда текстиль продукция тәҡдим ителәсәк. Осрашыу барышында гуманитар, социаль һәм туризм өлкәләрендәге берҙәм проекттар ҙа ҡаралды, хеҙмәт миграцияһы мәсьәләләре күтәрелде.


Кисә Үзбәкстан студенттары менән осраштым. Улар Башҡортостанда юғары белем алыуға булдырылған шарттар өсөн рәхмәтен белдерҙе. Республика етәкселеге һәм мәғариф министрлығы тарафынан был йүнәлеште үҫтереүгә күп көс һалынған. Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Халыҡ-ара студенттар кампусы ла хайран ҡалдырҙы, күренеп тора, фәнде үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә.

Ботиржон Асадов, Үзбәкстан Республикаһының Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе

Үзбәкстан делегацияһы Өфөнөң Совет майҙанында ла булып, Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыуҙа ҡатнашты. Шулай уҡ ҡунаҡтар өсөн Башҡортостан предприятиелары буйлап эскурсия уҙғарылды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ