Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальондың бер төркөм яугирҙары йәнә яуға юлланды

Милли батырыбыҙ исеменә тап төшөрмәйҙәр. Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальондың бер төркөм яугирҙары йәнә яуға юлланды. Ватан һаҡсыларын тантаналы оҙатыу сараһы «Өфө-арена» алдындағы майҙанда үтте.

Милли гвардия ғәскәрҙәренең махсус тәғәйенләнештәге батальон хәрбиҙәре бер ай самаһы элек ялға ҡайтҡан. Был осорҙо улар күберәк ғаиләләренә бүлгән, йорт эштәре менән булышҡан. Яугирҙар шулай уҡ йәш быуын менән осрашыуҙар үткәргән, уларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә үҙ өлөшөн индергән. Башҡорт батальоны башлыса көс структуралары хеҙмәткәрҙәренән торған ҡыйыу ир-егеттәр менән тулыланған. Тәүге көндәрҙән үк уларға оло бурыс йөкмәтелә.

Оҙатыу тантанаһына яугирҙарҙың туғандары, ирекмәндәр һәм йәмәғәтселәр килде.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров исеменән ватан һаҡсыларын вице-премьер Ирек Сәғитов сәләмләне. Бөгөн республиканан меңләгән хәрби хеҙмәткәр Рәсәй ғәскәренең данлы традицияларын дауам итә. Бер ҡасан да кемдеңдер хеҙмәттән баш тартыуы йәки бойороҡто үтәмәүе тураһында һүҙ бармай. Шуға ла беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, тине премьер-министр урынбаҫары. Сара барышында яҡташтарыбыҙға «Нива» автомобиле, радиоэлектрон көрәш системаһы һәм маскировка селтәрҙәре тапшырылды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ