Батырҙар тын ала: башҡорт батальоны яугирҙары оҙайлы алыштарҙан һуң тылда


Биш ай хәрби бәрелештәр һыҙығында булғандан һуң ниһәйәт ротацияға. Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе ирекле башҡорт батальоны штурмлаусылары оҙайлы заданиенан һуң ялға сыҡты. Яҡташтарыбыҙ оборона министрлығының башҡа подразделениелары менән берлектә нацистарҙы тар-мар итә. Яугирҙарҙы подразделениеның тыл районында БЮТ хәрби хәбәрселәре лә ҡаршы алды. Донецк халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров репортажы.

Аяҡтан йығылырҙай хәлгә етеп арыһалар ҙа, етеҙ аҙымдар менән тиҙерәк блиндажға. Алғы һыҙыҡтан сыҡҡан штурм төркөмөн дошмандар һәр саҡ эҙәрлекләй. Нығытмаға ингәс кенә көндәр буйы сиселмәгән бронежилеттар, ҡорал һалына. Был юлы ла бәрелештәр һыҙығынан сығыу еңелдән булмаған. Штурм төркөмө килгән техникаға нацистарҙың дроны һөжүм итеп маташа.

Яуҙаштар янына ротацияға сығыу менән тыуған йортҡа ҡайтҡандай булам, ти «Мәхмүт» ҡушаматлы яугир. Бәрелештәр һыҙығындағы хәрби задание уның өсөн биш айға һуҙылған. Окоп артынан окоп, нығытмалар алынған. Үҙҙәре лә ут эсендә ҡалған осраҡтар йыш була. Ниндәй генә ҡыҙыу алыш булмаһын, үҙем өсөн түгел, тәү сиратта егеттәр өсөн ҡайғырам, ти яҡташыбыҙ.

Штурм төркөмөн бәрелештәр һыҙығына индереү һәм имен-аман алып ҡайтыу «Моряк» ҡушаматлы яугирҙың бурысы. Алғы һыҙыҡтан сығарырға барғанда егеттәрҙең һәр береһен күҙҙән үткәрәм. Һәр юғалтыу, яраланыуҙы ла ауыр кисерәм, ти ул. Сөнки улар хәҙер бер туғандар шикелле.

Хәүефле заданиенан тынысланып егеттәр менән сәй эсеп алғандан һуң, «Моряк» йәнә юлға әҙерләнә. Йәнә бронежилеттар кейелә, техника ҡараштырыла. Бәрелештәр һыҙығына сираттағы штурм төркөмө юллана.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ