Шишмә районынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны бер-нисә айҙан бер быуатлыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә


Бикәй ауылынан фронтовик Солтан Хәйҙәровҡа 1 июндә 100 йәш туласаҡ. Уның хәрби яҙмышы аяныслы: йәшләй генә фронтҡа китә, немецтарға әсирлеккә эләгә, һәләк булған тип таныла. Әммә ветеранға тыуған еренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу насип була. Солтан Хәйҙәровтың һуғыш йылдарындағы хәтирәләре хаҡында киләһе яҙмала .

99 йәшлек Солтан Хаматғәле улы һуғыш йылдарын тыныс ҡына иҫләй алмай. Шишмә районының Бикәй ауылында тыуып үҫкән егет, 7 класты тамамлағандан һуң, Чкалов ҡалаһында 61-се запастағы уҡсылар полкында белем ала һәм һуңынан, быуындары ла нығынмаҫ элек, фронтҡа, Кировоград йүнәлешенә юллана. Яугир алғы һыҙыҡта автоматсы булараҡ алыша.

Әсирлеккә эләгеү-уның тормошондағы иң ҡурҡыныс ваҡиға. Солтан Хаматғәле улы хәтерләүенсә, 43-сө йылдың декабрендә уның часы Ново-Андреевка ауылында туҡтала, унда уларҙы фашистар ҡамауға ала. Унан Польшаға, һуңынан Германияға ебәрәләр, артабан эшелонға тейәп Францияға оҙаталар. Юлда кинәт бомбалар шартлай башлай. Солтан Хәйҙәров ошо мәлдән файҙаланып, башҡа хәрби әсирҙәр менән бергә ҡаса. 1948 йылда ғына тыуған яғына ҡайта ала.

Һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫтырыу йылдарында умартасы һәм һөт фермаһы мөдире булып эшләй. Ә 1950 йылда ветеран яҙмышын Гүзәл Әхиәретдин ҡыҙы менән бәйләй.

Сал сәсле ветеран олоғайған көнөндә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Һәр ял һайын уға ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүлә-бүләсәләре килә. Олатайҙары уларға үҙенең бала сағы һәм һуғыш йылдары тураһында һөйләй.


Олатайым янына аҙна һайын килеп торам. Ветеран олатайыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Быйыл 1 июндә беҙ уның йөҙ йәшен билдәләйәсәкбеҙ.

Ралина Шакирова, Солтан Хәйҙәровтың бүләсәһе

Солтан Хәйҙәров «Шишмә районының Почетлы гражданы». Бынан тыш, ветерандар советында «532-се уҡсылар полкы шәхси составының хәбәрһеҙ юғалғандар исемлеге» тигән документ һаҡлана, унда Солтан Хаматғәли улының исем-шәрифтәре лә ташҡа баҫтырылған.

Тиҙҙән аҡһаҡал Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын һәм үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Илдә тыныслыҡ һәм әлеге ваҡытта ҡыҙыл таҫма артында дошман менән алышҡан яугирҙарҙың иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуы - ветерандың төп хыялы.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ