Өфө районының Авдон ауылындағы участка дауаханаһына яңы медицина ҡорамалдары алынған


Заманса йыһазландырыу «Сәләмәтлек» милли проектының беренсел медицина звеноһын модернизациялау программаһы буйынса алып барыла. Авдондар әйтеүенсә, участка дауаханаһындағы шарттарға хәҙер ҡала халҡы ла көнләшерлек. Медицина учреждениеһы Өфөнөң Дим районы ҡала клиник дауаханаһына беркетелгән һәм 14 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Сифатлы медицина ярҙамы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Медицина хеҙмәткәрҙәре лә, пациенттар ҙа заманса ҡоролмаларға ҡыуанып бөтә алмай. Яңы маммограф менән флюрограф сирҙәрҙе ваҡытында асыҡларға, теүәл диагноз ҡуйырға, дауалау сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итә.

Авдон участка дауаханаһында шулай уҡ һуңғы быуын рентген һәм ультратауыш ҡоролмалары ла ҡуйылған. Пациенттар әйтеүенсә, элек сифатлы медицина ярҙамы артынан Өфө дауаханаларына йөрөргә тура килһә, хәҙер урында тикшерелергә, анализдар бирергә, хатта стационарҙа ятып дауаланырға мөмкин.

Участка дауаханаһының тағы ла бер өҫтөнлөгө-паллиатив бүлек, ул 17 пациентҡа иҫәпләнгән. Бында ауыр сирҙәргә дусар булғандар медицина ярҙамы ғына түгел, хәстәр ҙә, күңел йылыһы ла таба.

Паллиатив бүлексәгә ауыл халҡы ғына түгел, Өфөнән дә мөрәжәғәт итәләр. Ихтыяж медицина хеҙмәткәрҙәренең үҙ эшен яратып башҡарыуы менән бәйле. Кешене дарыу ғына түгел, яҡты йөҙ ҙә, йылы һүҙ ҙә дауалай, ти пациенттар.

Ыңғай үҙгәрештәр 3 йыл элек, Авдон участка дауаханаһын Дим районының ҡала клиник дауаханаһына ҡушҡас башланған. Бөгөн медицина учреждениеһы яңы һулыш кисерә тип әйтергә мөмкин.

Участка дауаханаһы Авдон халҡына ғына түгел, күрше-тирәләге ауылдарға ла сифатлы медицина ярҙамы күрһәтә. Әммә эш заманса ҡоролмаларҙа ғына түгел, бында көслө, тәжрибәле коллектив тупланған. Улар ысын мәғәнәһендә халыҡ сәләмәтлеге һағында тора.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ