Уны Нуриман районы Красный Ключ ауылы мәктәбе уҡыусылары 3Д принтерҙа эшләй. Был мөмкинлеккә былтыр мәғариф учреждениеһының «Беренселәр хәрәкәте» конкурсында еңеү яулауы этәргес биргән. Мәктәптең грантҡа тәҡдим иткән лонгет эшләү проекты уңышлы тип табылған. Еңгән аҡсаны улар ике принтер алыуға тотона. Медицина әйберен етештереү Өфө поликлиникаһы һәм юғары уҡыу йорттарының береһе менән кәңәшләшеп башҡарыла.
Әйткәндәй, Красный Ключ ауылы мәктәбе лонгет етештергән арала яугирҙарҙан пилотһыҙ осоу аппараттарына снаряд ташлау ҡулайламаһын эшләүгә заказ бирелә. Әлегә тиклем дүрт тиҫтәләп әйбер махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылған да инде.



