Өфөлә тәүге тапҡыр «Ҡышҡы диңгеҙ балы» үтте


Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында ойошторолған сара йылғасыларҙы берләштерҙе. Курсанттар һәм кадеттар вальс бейене, уға әҙерлек ике ай дауам иткән. Унда йылға училищеһы курсанттары, мәктәп кадеттары, хәрби-патриотик клуб тәрбиәләнеүселәре, йылға флоты ветерандары, махсус хәрби операция ҡатнашыусылары, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды, республиканың Диңгеҙселәр йыйылышы вәкилдәре ҡатнашты. Өфөнөң Совет майҙанында Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды.


Был сара Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған. Төп маҡсаты - хәрби-патриотик эш алып барыу. Бындай саралар беренсе тапҡыр ғына уғҙарылмай, элек ул «Яңы йыл диңгеҙ балдары» исеме аҫтында үтә ине. Беҙ тик форматын ғына үҙгәрттек. Әгәр ҙә быйыл барыһы ла уңышлы килеп сыҡһа, беҙ махсус хәрби операцияһы ҡатнашыусыларына һәм уларҙың балаларына арналған бал үткәрмәксебеҙ.

Юлай Моратов, Башҡортостандың диңгеҙселәр йыйылышы рәйесе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ