Өфөлә төҙөлөш һәм күсемһеҙ милек форумы үтәсәк


Баш ҡаланың «Экспо» күргәҙмәләр комплексындағы майҙансыҡта «УралСтройИндустрия» һәм «ПроНедвижимость» экспозициялары тәҡдим ителәсәк. Форум Рәсәйҙең төҙөлөш Һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, профилле ассоциациялар һәм берлектәр ярҙамында үткәреләсәк. Ойоштороусылар тармаҡ белгестәренә, шулай уҡ халыҡҡа һәм ҡунаҡтарға бай күргәҙмә һәм эшлекле программа әҙерләгән. Сара иртәгә башлана һәм 21 февралгә тиклем дауам итә.


Форумдың төп маҡсаты республика халҡын, партнерҙарҙы һәм килгән ҡунаҡтарҙы бөгөнгө көндә Башҡортостанда төҙөлөш тармағындағы хәл, эш һөҙөмтәләре һәм киләсәк пландар менән таныштырыу. Шалуй уҡ кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү һорауҙарына ла туҡталырға ниәтләйбеҙ.

Артем Ковшов, Башҡортостан төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ