Өфөнөң «Сосны» торлаҡ комлексына сысҡандар оялаған


Урында йәшәүселәр ялыуҙар менән яуаплы ведомстволарға мөрәжәғәт иткән. Хәл буйынса тикшереүҙәр ойошторолған, Роспотребнадзор идаралығы район хакимиәтенә кимереүселәрҙе юҡ итеү буйынса саралар ойоштороу тураһында күрһәтмә сығарған. Бөгөн урындағы хәлде тикшерер өсөн республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре лә рейдҡа сыҡты. Килеп тыуған: хәл сәбәптәрен БЮТ ижади төркөмө асыҡланы.

Бер-ике генә лә түгел, бер урында тиҫтәләгән сысҡан. «Сосны» тораҡ комплексы халҡы өсөн кимереүселәр йорт хайуанына әйләнгән тиһәң дә була. Инде уларҙан хатта кескәйҙәр ҙа ҡурҡмай. Шулай ҙа ауырыуҙар йоҡторған сысҡандар шөрләтә, ата-әсәләр генә түгел, бесәй йәки эт хужалары ла хәүефләнә.


Магазин, беҙҙең йорт тирәһендә сысҡандар мыжғып тора, этем уларҙы баҫтыртып маташа. Берәйһен ашап, ағыуланып ҡуймаһын тип ҡурҡам. Ҡарап ҡына торам.

Ирина Горшкова, «Сосны» торлаҡ комлексында йәшәүсе

Белгестәр белдереүенсә, йорттарҙа баҫыу сысҡандары оялаған. Күрәһең, көндәр йылы торғанға, уларҙың өңдәрен һыу баҫҡан һәм улар комплексҡа сыҡҡан. Хәйер, ошо көндәрҙә һауа температураһы ҡырҡа үҙгәреү менән, сысҡандар ҙа юғалған. Быға беҙҙең ижади төркөм рейдҡа сыҡҡан Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре менән бергә инанды. Хатта йорт подвалдары ла таҙа ине.


Күп инеләр. Хәҙер берәүҙе лә күргәнем юҡ. Подъезда ла юҡтар.

Ирина, «Сосны» торлаҡ комлексында йәшәүсе

Сысҡандарҙың юҡҡа сығыуы йорт биләмәләрендә кимереүселәргә ҡаршы эшкәртеү үткәртелеүгә лә бәйле. Роспотребнадзор ҡушыуынан һуң, идаралыҡ компаниялары урында 20 ағыулы ҡумта ҡуйған.


Сысҡандар ҡумта эсенә инеп, ағыуҙы ашай һәм бер аҙҙан һәләк була. Улар балалар һәм йорт хайуандары өсөн хәүефһеҙ.

Руслан Сәфиуллов, «Реформа ЖКХ» идаралыҡ компанияһы вәкиле
Башбат

Шулай ҙа рейд барышында йорттар янында ҡарҙа сысҡан эҙҙәре табылды. Шул сәбәпле, Торлаҡ комитеты идаралыҡ ойошмаһына рәсми иҫкәртеү яһаны. Февраль аҙаҡтарына һауа торошо йылытыу сәбәпле, сысҡандарҙың тағы ла әүҙемләшеүе ихтимал. Был осраҡта урында йәшәүселәргә район йәки ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итеү зарур.

Рәзилә Ғилметдинова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ