Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса бер аҙнала 26 мең сирле теркәлгән. Уларҙың яртыһы - 14 йәшкә тиклемге балалар. Күптәр грипп йоҡторған. Бөгөн Башҡортостанда ике мәктәп һәм бер балалар баҡсаһы тулыһынса карантинға ябылған. 14 мәктәптәге 24 класта уҡытыу туҡтатылған, 9 баҡсала 24 төркөмгә балалар ваҡытлыса йөрөмәй.




