ВДНХ-Экспо майҙанында ойошторолған күләмле экспозицияла Рәсәйҙәге 80 ойошма стендын тәҡдим итте. Өс көн дауам итәсәк форумда эшлекле программа, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансыҡтары, оҫталыҡ дәрестәре эшләйәсәк. Белгестәр төҙөлөш тармағында кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү, торлаҡ төҙөлөшө күләмен һәм темптарын арттырыу, һанлы технологияларҙы файҙаланыу һәм башҡа һорауҙар буйынса түңәрәк өҫтәлдә фекер алышты. Форумдың төп маҡсаты -республика халҡын, партнерҙарҙы һәм килгән ҡунаҡтарҙы Башҡортостанда төҙөлөш тармағындағы эш һөҙөмтәләре һәм киләсәк пландар менән таныштырыу.



