Бөгөн мобилизацияланған ир-егеттәрҙең бер төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ватан һаҡсыларын ата-әсәләре, ҡатындары, балалары, дуҫтары һәм коллегалары оҙатты. Һалдаттар үҙҙәре менән хеҙмәттәштәренә күстәнәс һәм тәү кәрәк-яраҡтар алған. Үҙ подразделениеларына улар уңайлы автобустарҙа бара. Хәрбиҙәр отпускты күберәк ғаиләләренә бүлергә тырышҡан. Араларында кәләш алыусы ла бар. «Ромби» ҡушматлы яугир өйләнеп, юлға яңы көс менән сыға.



