Хәрби формала тигеҙ сафта Ҡыҙыл майҙандан үтеү. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Башҡорт» ҡушаматлы яугир бала саҡ хыялын тормошҡа ашырған. 25 йәшлек Мөҙәрис Аҫылбаев Архангел районының Тәүәкәс ауылы егете. Махсус хәрби операция башланған саҡта контракт буйынса Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеп йөрөгән һалдат шунда уҡ алғы һыҙыҡҡа юлланыу теләген белдерә. Тәүге көндәрҙә үк күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн ике тапҡыр «Батырлыҡ ордены» менән бүләкләнә. Әле тыуған яғына ялға ҡайтҡан яугир үҙе уҡыған мәктәпкә барып, уҡыусылар менән осрашты. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Әле был урында Мөҙәристең өс туғаны Рөстәм Ишмөхәмәтов иҫтәлегенә асылған Герой партаһы ҡуйылған. Уға уҡыуҙа, спортта уңыш яулаған уҡыусылар ғына ултыра. Ошо мәктәптә белем алған, әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Мөҙәрис Аҫылбаевтың үҙен дә уҡытыусылары бала саҡтан өлгөр, шуҡ, һәр эште еренә еткереп эшләй ине, тип хәтерләй.
Кабинеттар буйлап йөрөп сығыу - бала саҡҡа алып ҡайтҡандай була. Тыуған мәктәбенә Мөҙәрис Аҫылбаев уҡыусылар менән осрашыуға саҡырылған. Әлеге ваҡытта бында 30 бала белем ала. Һәр береһе старшинаның сығышын ҡыҙыҡһынып тыңланы, һорауҙар бирҙе. Миҙал-ордендар тарихы тураһында ла ҡыҙыҡһындылар. Тәүге «Батырлыҡ ордены» менән Мөҙәрис Ғафур улы пехотала хеҙмәт иткән саҡта төнгө разведкаға уңышлы барғаны өсөн бүләкләнә.
Икенсе «Батырлыҡ ордены» яу яланы иҫтәлеге. Ул - дошман казармаларын таҙартҡанда яраланған командирын пулялар аҫтында алып сыҡҡаны өсөн бирелгән.
Неонацистарҙың ике танкын һәм алты бронялы машинаһын юҡ иткән “Алеша” экипажын белмәгән кеше юҡтыр. Мөҙәрис Рәсәй Геройҙары менән бер батальонда хеҙмәт итә.
Мөҙәрис Аҫылбаев мәктәпте тамамлағас, колледжда уҡый, унан һуң Алыҫ Көнсығышҡа әрме сафына алына. Шунда уҡ Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, хеҙмәт юлын дауам итә. Махсус хәрби операция башланғас та, алғы һыҙыҡҡа юлланырға теләк белдерә. 2022 йылдың 1 майынан алып ул илебеҙҙе дошмандарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Өйҙә Мөҙәристе ата-әсәһе, бер туған һеңлеһе көтә.
Былтыр Мөҙәрис Аҫылбаев бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадында ҡатнашҡан. Әле яугир тыуған яғында отпускала. Үҫеп килгән быуын менән осрашып ул тырышып уҡырға, хыялыңа табан ынтылырға кәңәш итте. Ялда булыуына ҡарамаҫтан күңеле менән старшина яуҙаштары эргәһендә. Уларға гуманитар ылау туплай. Был изге миссияға Тәүәкәс ауылы мәктәбе лә ҡушылып, ауылдаштары аша хәрбиҙәргә үлән сәйе, маскировка селтәрҙәре тапшырҙы.
Әлфинә Килдейәрова



