Дим районының ҡала клиник дауаханаһы Өфөнөң иң ҙур медицина учреждениеларының береһе. Ул 100 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Икенсенән, дауаханаға Ҡырмыҫҡалы менән Бүздәк арауығындағы автомобиль трассаһы ҡарай, йәғни, юл фажиғәләрендә зыян күреүселәр бында килтерелә. Күп осраҡта ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү талап ителә. Әлегә тиклем реанимация дауахананың 5-се ҡатында урынлашҡан булған. Был өҫтәмә ҡатмарлыҡтар тыуҙырған, ауыр хәлдәге кешеләрҙе өҫкө ҡатҡа мендереү талап ителгән. Табиптар әйтеүенсә, беренсе ҡатта асылған яңы реанимацияла хеҙмәткәрҙәргә лә, пациенттарға ла уңайлы шарттар ҡаралған. Кабинеттар ҙа, палаталар ҙа яҡты, иркен һәм заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған.
Санитар нормалар буйынса реанимацияға юғары талаптар ҡуйыла. Дим районы ҡала клиник дауаханаһындағы яңы бүлексә бар нормаларға ла яуап бирә. Реанимация йыһазландырыу кимәле буйынса ғына түгел, техник йәһәтттән дә төптән уйлап, уңайлы итеп эшләнелгән. Заманса шарттар медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итә.



