Спорт менән шөғөлләнә башлар өсөн бер ҡасан да һуң түгел


Ошо көндәрҙә 59 йәшен тултырасаҡ Рауил Булатов өс йыл элек бокс түңәрәгенә йөрөй башлай. Спортҡа һөйөүҙе бала саҡта уҡ атайым тәрбиәләне, ти ул. Ңҙен бокс, саңғы шыуыу кеүек төрлө өлкәләрҙә һынап ҡарай. Артабан, уҡыу, эшкә урынлашыу, карьера төҙөү. Рауил оҙаҡ йылдар вахта ысулы менән торлаҡ йорттар, сәнәғәт объекттары төҙөй. Тормош мәшҡәттәре спорттан йыраҡҡа алып китһә лә, өлкән йәшкә еткәс яңынан боксҡа ҡайтыу теләге тыуа. Бала саҡтағы кеүек шөғөлләнеп булмай, ләкин әлеге ваҡытта дәрестәргә аҡыл менән ҡарайһың, ваҡытында ғына килеп, тренировканан ниндәй ҙә булһа файҙа алып ҡайтырға, төрлө алымдарҙы шымартырға тырышам, ти ул.


Һәр кемгә спорт менән үк булмаһа ла, физкультура менән шөғөлләнергә кәңәш итәм. Физкультура - ул мәктәптәге дәрестәр түгел. Хәҙер төрлө өлкәлә үҙеңде һынап ҡарарға, күңелеңә ятҡан спорт төрөн һайларға мөмкинлек бар. Шул уҡ йөҙөү, йүгереү, гантелдәрҙе күтәреп булһа ла ултырһаң - яҡшы күренеш.

Рауил Булатов
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ