Ул 1937 йылдың 20 февралендә Республика халыҡ ижады йорто булараҡ эшләй башлай. Үҙәк Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм үҫтереү, мәҙәниәт ойошмаларына үҙэшмәкәр һәм һәүәҫкәр ижадты үҫтереүгә ярҙам итеү, халыҡтың ялын ойоштороу йүнәлешендә эшмәкәрлек алып бара. “Глобалләшеү осоронда бик иғтибарлы һәм һаҡ булырға кәрәк. Халыҡ хазинаһына ҡул һуҙырға маташыусылар осрап тора”, - ти Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева.
Йыл һайын ойошма башланғысы менән 30-ҙан ашыу республика, төбәк- һәм халыҡ-ара фестиваль, конкурстар уҙғарыла. Улар араһында “Ашҡаҙар таңдары”, “Ирәндек моңдары” кеүек абруйлы сараларҙы атап үтергә була.




