Һуңғы аҙнала Башҡортостанда миҙгел респиратор инфекциялар менән сирләүселәр артҡан


Һуңғы аҙнала Башҡортостанда миҙгел респиратор инфекциялар менән сирләүселәр 10,7 процентҡа артҡан. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ауырыуҙар 26 меңдән ашҡан, уларҙың яртыһы 14 йәшкә тиклем балалар. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Биш айлыҡ ҡына Радмир февралдең тәүге көндәрен республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында үткәргән. Яҡындары билдәләүенсә, сабыйҙың температураһы 39-ға тиклем күтәрелгән. Дауаханала тапшырылған анализдар буйынса уға грипп диагнозы ҡуйылған.


Сирҙе бик ауыр үткәрҙе. Көслө йүтәлләне, бөтөнләй хәлһеҙләнде Мин үҙем һөнәрем буйынса педиатр, шуға ла грипптың бер йәшкә тиклем балалар өсөн айырыуса хәүефле булыуын яҡшы аңлап, кисекмәҫтән табиптарға мөрәжәғәт иттем. Дауаханала күҙәтеү аҫтында улым күпкә тиҙерәк һауыҡты.

Элина Ишбулдина, Радмирҙың әсәһе

Грипп йоғошло ауырыу. Был сирҙе тотош ғаилә үткәргән. Радмирҙың өләсәһе Әнисә Хәбибуллина ла аҙна дауамында юғары температуранан, көслө йүтәлдән яфаланған. Өйөнә терапевт саҡыртып, дауалау курсы үткән. Медицина тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһе лә шул уҡ диагнозды күрһәтә - грипп.


Дарыуҙың төрлөһөн эстем, уколдар алдым. Ике аҙна үтеүгә ҡарамаҫтан әле сирҙең эҙемтәләре һаман да һиҙелә, тауышымды ҡайтырырға тырышам. Быға тиклем грипп менән ауырығаным булды, әммә быйылғыһы ныҡ ауыр үтте. Әле күберәк саф һауала йөрөргә тырышам.

Әнисә Хәбибуллина, Өфөлә йәшәүсе

Башҡортостан буйынса грипп һәм башҡа респиратор инфекциялар менән сирләүселәр артыуы күҙәтелә. Карантинға ябылған мәктәптәр, айырым кластар, шулай уҡ балалар баҡсаларындағы төркөмдәр бар. Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһынан хәбәр итеүҙәренсә, ауырыу миҙгелгә бәйле. Шул уҡ ваҡытта стационарҙа ятыусыларҙың күбеһе быға тиклем прививка ҡаҙатмаған.


Грипптан ваҡытында дауаланырға кәрәк. Сөнки ауырыу ҡатмарлашып, отит, пневманияға әйләнеүе, баш мейеһе зарарланыуы ихтимал. Сирҙең тәүге билдәләре башланыу менән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Шуны ла иғтибарға алыр инем: йыл да сентябрь-октябрь айҙарында гриптан вакцинация үтергә мөмкин, прививка эшләтеүселәрҙең эпидемиологик миҙгелгә иммунитеты барлыҡҡа килә. Ауырыуҙы йоҡторған осраҡта ла ул еңелерәк үтә.

Әлмира Марышева, Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының бүлек мөдире
Башбат

Табиптар билдәләүенсә, алдағы ике-өс аҙнала грипп һәм башҡа респиратор инфекция ауырыуҙары тулҡыны дауам итәсәк. Шуға күрә һаулыҡҡа иғтибарлы булыу талап ителә, сирҙән һаҡланырға ябай ғына санитар-гигиена ҡағиҙәләрен үтәү ҙә ярҙам итә. Шуны онотмағыҙ!

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ