Республикала янғын хәүефһеҙлеге миҙгеленә әҙерлек башланды


Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, ул 18 апрелдән 25 октябргә тиклем дауам итә. Быйыл республикала урман янғындарын иҫкәртеү маҡсатында йәнә ун видеокүҙәтеү комплексы ҡуйылыр тип көтөлә. Ҡоролма төтөн сығанағын асыҡлаған осраҡта операторға сигнал ебәрә. Былтыр тап ошо комплекстар ярҙамында күп биләмәләр янғын таралмаҫ элек һүндерелгән. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Әле янғын хәүефе осоро булмаһа ла, урман һаҡсылары сафта ҡала. Машиналар паркы «Экология» милли проекты сиктәрендә йыл һайын яңыртылып тора. Башҡортостан Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республика бөгөн кәрәкле техника менән 100 процентҡа тәьмин ителгән.

Башҡортостанда янғын хәүефенең артыуы алты айға тиклем билдәләнгән. Ул 18 апрелдән 25 октябргә тиклем дауам итә. Рәсми документта 186 тораҡ пункт, 47 балалар һауыҡтырыу ойошмаһы, шулай уҡ 63 баҡсасылар ширҡәте һәм йорт кооперативы хәүеф зонаһына эләгеүе билдәләнә.

Әйткәндәй, былтыр янғын хәүефһеҙлеге осоро үткән йылдар менән сағыштырғанда, тыныс шарттарҙа үтте. Һауанан алып барылған күҙәтеү республика урмандарында 482 термонөктәне теркәгән. Төрлө хеҙмәттәрҙең берҙәм эш итеүе һөҙөмтәһендә янғындар ваҡытында кисектерелгән.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ