Өфө лимонарийында ландшафт дизайнерҙары араһында «Профессионалитет» чемпионаты үтте


Унда баш ҡаланың Урман-техник хужалығы техникумы, Өфө Эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледжы менән Мишкә агросәнәғәт колледжы студенттары ҡатнашты.

Республика кимәлендәге бәйгелә бер нисә компетенция буйынса ярыштар үтә, уларҙың өс йүнәлеше Өфө лимонарийы майҙансығында. Быға тиклем чемпионат мәктәп уҡыусылары өсөн генә ойошторолһа, был юлы колледж һәм техникумда белем алыусылар араһында уҙҙы. Биш команданың һәр береһенә айырым майҙансыҡтар әҙерләнгән.

Буласаҡ ландшафт дизайнерҙары алдына ҡатмарлы бурыс ҡуйылған - улар баҡса мөйөшөн булдырырға тейеш. Майҙансыҡтың һәр миллиметры үлсәнгән. Ҡатнашыусыларға ҙур булмаған урында һыу торбалары үткәреп, тортуар плитәләрен, мәрмәр таш түшәргә кәрәк. Ошонда уҡ эскәмйә, үҫемлектәр ултыртырға ла кәрәк. Һынау ике көн алтышар сәғәт дауам итә. Эксперттар баһаһынан һуң һәр команданың эше Мәскәүгә ебәрелә. Еңеүселәр 3 мартта «Торатау» конгресс холында үтәсәк йомғаҡлау сараһында иғлан ителә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ