Рәсәй Социаль фондынан ошо турала белдерәләр. Хәрбиҙәргә медицина реабилитацияһы, шифаханала дауаланыу үтеү кәрәклеге тураһында медицина учрждениеһының белешмәһе һәм ғариза кәрәк. Документтар булмаһа, уларҙы алыуҙа урындағы Социаль фонд офистары белгестәре ярҙам итә. Быйыл республика санаторийҙарында 1 мең 700 яугир һаулығын нығытҡан.




