Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышы үтте


Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышы үтте. Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашылығында уҙған ултырышта 40-лап закон проекты ҡаралды. Көн тәртибендә Башҡортостандың милли мираҫ дәүләт реестрына үҙгәрештәр индереү, ер һәм милек хоҡуғы менән бәйле ҡануниәтте тулыландырыу, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге кодексын көйләү һәм башҡа мөһим һорауҙар ҡаралды. Яңы законға ярашлы машина һатып алыусыларға транспортты дәүләт теркәү өсөн ОСАГО полисы башҡа кәрәкмәйәсәк. Ултырышта парламентарийҙар Башҡортостан эске эштәр министрының уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса отчетын тыңланы.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ