Белем усағының өлкән синыф уҡыусылары өсөн дәресте Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса Республика үҙәге баш белгесе Артур Ғәлиев үткәрҙе.
Артур Альберт улы махсус хәрби операция ветераны, тәүге көндәрҙән үк алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә һәм ҡаты йәрәхәттәр ала. Ҡаһарман яугир Батырлыҡ, Шайморатов ордендары менән бүләкләнгән. Артур Ғәлиев уҡыусыларға үҙенең тормош һәм хеҙмәт юлы, махсус хәрби операция тураһында һөйләне. Яҡшы уҡығыҙ, физик яҡтан көслө булығыҙ, тыуған илебеҙҙе һаҡлағыҙ, беҙҙең Ватаныбыҙ берәү, уның имен, көслө киләсәге һәр беребеҙҙең ҡулында, тине Артур Альберт улы. Педагогтар яугирға йәш быуынға, патриотик тәрбиә биреүгә иғтибары өсөн рәхмәтен белдерҙе.



