Рәсми сайттар һәм социаль селтәрҙәр белгестәре халыҡ менән һөҙөмтәле эшләү, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә мәғлүмәтте оператив эшкәртеү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре менән бәйле һорауҙарҙы хәл итеү кеүек программаларҙы үҙләштерҙе. Иглин районы хакимиәте ҡарамағында 106 дәүләт сайты иҫәпләнә. Улар башлыса граждандар оператив мәғлүмәт алған төп сығанаҡ иҫәпләнә.



