Медицина учреждениеһы башланғысы буйынса ойошторолған дәрестәр хеҙмәт күрһәтеү сифатын арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Фтизиатр һәм рентгенологтарға йыш ҡына һаңғырау, ишетеү һәләте насар булған йәки телһеҙ пациенттар килә. Уҡыуҙарҙа медицина хеҙмәткәрҙәре дактиль алфавитын ятлап, һаңғырау пациенттарға исем-шәрифен әйтергә, һорау бирергә, анализдар тәғәйенләргә өйрәнә.



