Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай яңы закондарҙы раҫланы

Автомобиль һатып алғанда транспортты дәүләт реестрына теркәү өсөн ОСАГО полисын һатып алырға кәрәкмәйәсәк. Ошо һәм башҡа ҡануни үҙгәрештәр Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында ҡабул ителде. Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында уҙған ултырышта 40-лап закон проекты ҡаралды. Көн тәртибендә Башҡортостандың милли мираҫ дәүләт реестрына үҙгәрештәр индереү, ер һәм милек хоҡуғы менән бәйле ҡануниәтте тулыландырыу, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге кодексын көйләү һәм башҡа мөһим һорауҙар ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Телефон, интернет һәм башҡа заманса ысулдар менән мутлашыу осраҡтары көнүҙәк проблема һанала. Былтыр республика халҡы мутлашыусыларға 4 млрд һумдан ашыу аҡса күсергән. Башҡортостан эске эштәр министры Александр Прядко Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырышында хоҡуҡ боҙоу осраҡтары буйынса статистика менән таныштырып, тәртип һаҡлау эшмәкәрлегендә ярҙам итеүсе структураларға һәм республика етәкселегенә рәхмәтен еткерҙе.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән ултырышта мөһим ҡануни үҙгәрештәр ҡаралды. Федераль законға ярашлы шәхси хужалыҡтарҙа ер участкалары һәм бесән сабыу майҙаны 2,5 гектарҙан артырға тейеш түгел. Республика парламентарийҙары ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү тәҡдимен еткерҙе. Ер майҙаны төбәктең тәбиғи һәм географик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып теркәлергә тейеш.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге һорауҙарына килгәндә яңы законға ярашлы машина һатып алғанда транспортты дәүләт реестрына теркәү өсөн ОСАГО полисын һатып алырға кәрәкмәйәсәк. Әммә юлға сыҡҡан водителдәрҙең ОСАГО документы мотлаҡ булырға тейеш. Был үҙгәреш машина һатып алып, уның менән файҙаланырға ашыҡмаған водителдәр өсөн уңайлы.

Көн тәртибендә Башҡортостандың милли мираҫ дәүләт реестры Закон проекты ҡаралды. Республикала рухи,фәнни-мәғариф, тарихи-мәҙәни, тәбиғи ҡиммәткә эйә 36 уникаль мираҫ исемлегенә индерелгән объекттарҙы һаҡлау саралары арттырылды. Ил кимәлендә дан тотҡан ҡымыҙ, бал кеүек матди объекттарҙан тыш исемлеккә башҡорт теле, эпос, риүәйәттәр индерелгән.

Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай ултырышында барлығы 40 -ҡа яҡын Закон проекты ҡаралды. Ҡануни үҙгәрештәрҙең байтаҡ өлөшө социаль йүнәлештәге ҡағиҙәләрҙе көйләү мәсьәләләренә ҡағылышлы. Бөтә үҙгәрештәр граждандарҙың көндәлек тормошон еңелләштереп, республикала йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҡайтып ҡала.

Флорида Ким

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ