Бер-нисә быуын геройҙары өсөн байрам концерты. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре, ҡатындары, яугирҙар саҡырылды. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ойошторолған тантананың рәсми өлөшөндә «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 80 йыл» юбилей миҙалы һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре Марат Муллағәләмов менән Кәбир Закирйәновҡа тапшырылды.
Өфөлөләрҙең йөрәге махсус хәрби операцияла илебеҙҙе нацистарҙан азат итеүселәр менән бергә тибә. Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам иткән өсөн бүләкләнеүселәр араһында меценаттар, депутаттар, ойошма һәм учреждение етәкселәре, ҡотҡарыусылар, хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре бар. Өфөнөң Ленин районы ғына махсус хәрби операция биләмәһенә, Курск өлкәһенә 14 гуманитар конвой ебәргән.Сәхнәнән илһөйәрлек тураһында музыкаль әҫәрҙәр, һуғыш йылдары йырҙары яңғыраны. Байрам концерты илебеҙ тыныслығын һәм именлеген яҡлаусыларға рәхмәт һәм хөрмәт күрһәтеү билдәһе лө.



