Виртуаль ярҙамсыны Хөкүмәт ҡушыуы буйынса Республика менән идара итеү үҙәге белгестәре төҙөгән. Битараф булмаған һәр кем яуаплы ведомстволарға дөрөҫ булмаған яҙыуҙар тураһында мәғлүмәт бирә ала. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова дауам итә
Баш ҡала үҙәгендәге популяр ресторандарҙың береһендә был алтаҡта күптән тора. Уны эшләүсе «ҡ» менән «к» хәрефтәрен бутаған. Был, хата әлбиттә, биҙәмәй. Етешһеҙлек тураһында ресторан идарасыһына хәбәр итәбеҙ. Алтаҡта иртәгә үк алмаштырыласаҡ, тип вәғәҙәләне ул. Тик ҡалалағы бөтә хужалар ҙа ошондай уҡ яуаплылыҡ тойоп бармай.
Телдән көлөүме, яуапһыҙлыҡмы - алтаҡталарҙа ебәрелгән хаталарҙың сәбәптәре тураһында фаразларға ғына ҡала. Хужаларҙың битарафһыҙлығы закон боҙоу ҙа һанала. Дәүләт теле - башҡорт телендәге бөтә яҙыуҙар ҙа әҙәби нормаларға тап килергә тейеш.
Ошондай хаталарҙы кәметеү маҡсатында Республика Хөкүмәте ҡушыуы буйынса виртуаль ярҙамсы булдырылған. Декабрҙә эшләй башлаған телеграмдағы чат-ботҡа хаталы алтаҡталар тураһында хәбәр итергә мөмкин. Мөрәжәғәттәр Өфөнән генә түгел, республиканың башҡа район-ҡалаларынан да килә. Чат-бот башҡортса ла эшләй.
Хаталы алтаҡталарҙы алмаштырыу бер нисә көндән бер нисә аҙнаға тиклем ваҡыт талап итә. Ҡала йөҙөн таҙартыу буйынса күләмле эш Өфө юбилейына көсәйтелгәйне. Шулай ҙа дөрөҫ булмаған яҙыуҙар осрай. Тик битараф булмаған граждандар һәм яңы чат-бот ярҙамында ул, һис шикһеҙ, кәмейәсәк.
Рәзилә Ғилметдинова



