Баймаҡ район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре зарница уйынына сыҡты


Спорт һәм сәләмәтлек. Баймаҡ район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған зарница уйынына сыҡты. Дауахананың барлыҡ бүлексәләренән төҙөлгән командаларҙа табиптар, шәфҡәт туташтары һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр төрлө һынауҙар үтте, саф һауала файҙалы һәм әүҙем ял итте.

Баймаҡ ҡалаһы һәм Темәс участка дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йылына бағышланған зарница уйынында ҡатнашты. Баймаҡ районы һаулыҡ һаҡлау учереждениеһының профсоюз ойошмаһы хәрәкәте ойошторған хәрби - патриотик сарала 6 команда араһында бик сәмле, көсөргәнешле, спорт төрө буйынса ярыштар үтте.

Командалар менән таныштырыу, сәләмләүҙән һуң дауахана хеҙмәткәрҙәре батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтеп күп кенә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡты: ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү, сәпкә атыу, автоматты һүтеп- йыйыу, саңғыла уҙышыу, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү,арҡан тартышыу буйынса ярышты. Иң һуңғы батша тауын яулауҙа “Патриот” командаһына етеүсе булманы.

Зарница уйыны ҡыҙыҡлы булды, командалар араһында ул дуҫлыҡ ептәрен нығытты. Барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үткән Темәс участка дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре командаһы быйыл да беренселекте яуланы. Спорт байрамы һуңында Баймаҡ үҙәк дауаханаһы ашнаҡсылары барыһын да саф һауалағы ҡыр кухняһында һалдат бутҡаһы менән һыйланы.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ