Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы яугирҙарға гуманитар ылау оҙатты


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республика йәмәғәт ойошмалары менән берлектә әҙерләгән гуманитар ылау бөгөн Өфөнөң Совет майҙанынан юлға сыҡты. Ярҙамды махсус хәрби операция биләмәһендәге уларҙы ойошма ағзалары үҙҙәре илтеп бирәсәк. Улар яугирҙарҙы байрам көндәрендә ҡыуандырырға иҫәп тота. Сараның Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ойошторолоуын иҫәпкә алып, ылауға татлы күстәнәстәр ҙә күпләп һалынған.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысында ойошторолған сараны әбйәлилдәр ҙә күтәреп алған. «Айыҡ ауыл» республика конкурсы финалына үткән Ҡаҙмаш ауылы халҡы махсус хәрби операция биләмәһенә икенсегә гуманитар ылау оҙата. Күсмә мунсаны иһә улар дүртенсегә әҙерләгән. Гуманитар ярҙамды улар шулай уҡ ҡоролтай ағзалары менән бергә алып бара.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ