Өфөнөң 20-се башҡорт гимназияһында Эдуард Янбухтин иҫтәлегенә герой партаһы асылды


Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында Эдуард Янбухтин иҫтәлегенә герой партаһы асылды.

Саҡмағош районында тыуған яҡташыбыҙ бала сағынан уҡыуҙы бокс менән уңышлы берләштерә. Спортсы егет 2022 йылда өлөшләтә мобилизация барышында махсус хәрби операцияға саҡырыла. Артиллерия дивизионында бүлексә командиры булып хеҙмәт итә, штурмлау төркөмө составында нацистарға ҡаршы көрәшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2023 йылдың апрелендә яугирҙың ғүмере мина шартлауынан өҙөлә. Уға 28 йәш була. Хәрби бурысын намыҫлы үтәгәне өсөн Эдуард Янбухтинға һәләк булғандан һуң «Батырлыҡ» ордены бирелә. Партаны асыу тантанаһында гимназия уҡыусылары, уҡытыусылар һәм геройҙың яҡындары ҡатнашты.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ