Башҡортостанда «Профессионалдар» Бөтә Рәсәй оҫталыҡ чемпионатының һайлап алыу этабы бара


Бәйгелә өс көн дауамында 152 компетенция буйынса иң яҡшы йәш белгестәр һайлана. Өфө Күп профилле профессиональ колледжда үткән бәйгелә ҡатнашыусылар визажист, эстетик косметолог, онлайн саралар ойоштороусы, модельер кеүек 9 һөнәр буйынса һынау тотто. Ярышҡа буласаҡ белгестәр һәм мәктәп уҡыусылары республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгәйне. Республика этабында еңеүселәр Башҡортостан данын төбәк-ара кимәлдә яҡлаясаҡ. Финал Санкт-Петербургта ҡалаһында үтер, тип көтөлә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ