Республикала «Башҡортостан геройҙары» программаһы эшләй башлаясаҡ


Был турала төбәк башлығы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ойошторолған тантаналы ултырышта хәбәр итте. Программа сиктәрендә махсус хәрби операция ветерандарын дәүләт һәм муниципаль идаралыҡҡа эшкә йәлеп итеү ҡаралған. Тантаналы ултырышта Бөйөк Ватан һуғышында, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар , ҡотҡарыусылар, көс структуралары хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа һөнәр эйәләре тәбрикләнде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында .

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан тантаналы ултырышҡа төрлө милләт вәкилдәре һәм һөнәр эйәләре йыйылды. Уларҙы уртаҡ сифат берләштерә - туған илгә, һайлаған һөнәргә һөйөү һәм тоғролоҡ. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер төркөм яугирҙарға һәм хеҙмәт алдынғыларына Шайморотав миҙалын тапшырҙы. Хәрбиҙәрҙән тыш сарала ҡотҡарыусылар, хоҡуҡ һаҡсылары, пилоттар, водителдәр һәм башҡа һөнәр эйәләре тәбрикләнде.

Рәсәй Президенты указы менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған юбилей миҙалы менән бүләкләнде. Юғары награда алыусы ветерандарға йөҙ йәш самаһы, улар 1941-1945 йылдарҙа алғы һыҙыҡта фашистарға ҡаршы көрәшеп хәрби ҡаҙаныштарға ирешкән.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров залда йыйылыусыларҙы һәм республикала йәшәүсе ир-егеттәрҙе байрам менән тәбрикләп оло рәхмәтен еткерҙе. Фералдән республикала «Башҡортостан геройҙары « программы эшләй башлаясаҡ. Илһөйәрлек проекты сиктәрендә махсус хәрби операция ветерандарын дәүләт һәм муниципаль эшкә йәлеп итеү ҡаралған .

Еңеү өсөн көрәш тыл шарттарында ла туҡтамай. Республика халҡы уртаҡ көс менән алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәргә ярҙам итә, илһөйәрлек тойғолары менән йәш быуынды тәрбиәләй. Махсус хәрби операцияға оҙатылған даими гуманитар ярҙам, яугирҙарҙың ҡыйыулығына ышаныс көтөп алынған еңеүҙе яҡынайтыр тигән ышаныс һәр кемдең йөрәгендә.

Флорида Ким

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ