Башҡорт геройҙары иҫтәлегенә йәштәр парады

Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се Петровское мәктәбе уҡыусылары Ватанды Һаҡлаусылар көнө һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияы командирының һәләк булған көнөнә арнап сафта йөрөү буйынса конкурс ойошторҙо. Йыл да уҙғарылған сараға мәктәптең барлыҡ кластары ҡушылды. Буласаҡ ил һаҡсыларының маршта үтеүен махсус хәрби операция яугирҙары ҡабул итте. Луганск халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров репортажы.

Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се Петровское мәктәбе уҡыусылары Ватанды Һаҡлаусылар көнө һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияы командирының һәләк булған көнөнә арнап сафта йөрөү буйынса конкурс ойошторҙо. Йыл да уҙғарылған сараға мәктәптең барлыҡ кластары ҡушылды. Буласаҡ ил һаҡсыларының маршта үтеүен махсус хәрби операция яугирҙары ҡабул итте. Луганск халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров репортажы.

Буласаҡ летчиктар, танкистар, элемтәселәр, сик буйы һаҡсылары бер сафта. Кемдер уң менән һулды бутай, рәттәр ҙә үтә тигеҙ түгел, әммә улар өйрәнә генә. Иң мөһиме баштар ғорур һәм күңелдә һынмаҫ рух көсө. Шаймортав мәктәбендә уҡыусылар шулай тәрбиәләнә.


Шайморатов һәм уның легендар кавлеристар дивизияһы тураһында беҙгә йыш һөйләйҙәр. Тарих , тирә-яҡты өйрәнеү дәрестәрендә лә өйрәтәләр. Мәктәп коридорында урынлашҡан фотоһүрәттәрҙән генә лә күпте белергә мөмкин. Шайморатов беҙҙең дә герой.

Егор Бабиченко, М. Шайморатов исемендәге 22-се Петровское урта мәктәбе уҡыусыһы

Башҡаса мөмкин түгел. Мәктәптең һәр мөйөшө Донбасс ере азатлығы, яҡты киләсәк өсөн башын һалған башҡорт батыры Миңлеғәле Шайморатовтың ҡаһарманлығын сағылдыра. Легендар атлылар дивизияһының данлы тарихын иһә балалар яттан һөйләй.


Миңлеғәле Шайморатовтың тормошо беҙҙең өсөн өлгө. Беҙ барыбыҙ ҙа башҡорт халҡының данлы шәхесенә тиңләшергә тырышабыҙ. Сөнки ул күп уҡыған һәм бер нисә телде белгән. Беҙең мәктәп уның исемен йөрөтөүе менән ғорурланабыҙ.

Дарья Гетманова, М. Шайморатов исемендәге 22-се Петровское урта мәктәбе уҡыусыһы

Өлкән быуын вәкилдәре өсөн Шайморатов әсбаптар геройы ғына түгел. Бөйөк Ватан һуғышы балалары Донбасс ерҙәрен азат итеүселәр тарихын бөгөнгөләй хәтерләй. Анатолий Карповичҡа ул ваҡытта ун ғына йәш була, әммә ул да фашизм ҡанһыҙлығын үҙ иңендә татый.


Штеровка ауылында ла ҡаты бәрелештәр булды. Беҙ бәләкәй балалар мөгәрәптә йәшенеп ултырғаныбыҙ һаман да хәтерҙә. Был ерҙәрҙе азат итеүҙә ҡатнашыусы башҡорт атлыларын да хәтерләйем. Уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, Шайморатовтың һәләк булған ерен тәрбиәләп торабыҙ.

Анатолий Мацаков, Штеровка ауылында йәшәүсе
Башбат

Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың һәләк булған ере Штеровка ауылында башҡорт атлылары күрһәткән батырлыҡтарҙы белмәгән кеше юҡтыр. Кавалеристарҙың дошман тылына яһаған данлы рейды тураһындағы тарих телдән телгә күсә килә.


Өләсәйем һөйләүенсә Шайморатовтың һуңғы алышы бына ошо яланда була. Бәрелештәр туҡтағағандан һуң ауылдағы ике үҫмер бинокль, патрон, пистолеттар йыйырға тип һалдаттар янына бара. Унда улар ялан тулы һәләк булған яугирҙар ятыуын һәм уртала бер ат тороуын күрә. Ә уның йүгәненә ҡулынан эленеп генерал ятҡан була. Малайҙар йүгереп ҡайтып ата-әсәләренә күргәндәрен һөйләй.

Сергей Перевертайло, Штеровка ауылында йәшәүсе

Бөгөн дә Донбасс ерендә шартлау тауыштары. Фашизм ҡалдыҡтарын хәҙер Шайморатов вариҫтары дөмөктөрә. Тиҙҙән сафта үтеүсе уҡыусылар ҙа махсус хәрби операция яугирҙары тураһында еңеүселәр тарихы яҙасаҡ. Улар ҙа бит әле бала ғына булһалар ҙа, һуғыш тураһында ишетеп кенә белмәй.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ