Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса олимпиада үтте


Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан мәктәп уҡыусылары өсөн Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса Республика олимпиадаһының йомғаҡлау этабы үтте. Унда республиканың 60 ҡала һәм районынан 791 уҡыусы ҡатнашты. 2-11 класс уҡыусылары өсөн 2013 йылдан ойошторолған олимпиаданың төп маҡсаты Бөйөк Ватан һуғышы тарихын, тыуған яҡты өйрәнеүегә булышлыҡ итеү, йәш быуында ветерандарға һәм тыл хеҙмәтсәндәренә ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләү.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ