Башҡорт тел ғилемен юғары бейеклеккә күтәргән ғалимә. Билдәле телсе, филология фәндәре докторы Хәҙисә Солтанбаеваның 75 йәшлек юбилейы уңайынан бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында Халыҡ-ара ғилми-методик конференция үтте. Фәнни уҡыу «Рәсәй субъекттары полилингваль мәғариф киңлегендә башҡорт теле» исеме аҫтында ойошторолдо. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Башҡорт филология, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты ғалимәне аяғүрә алҡышланы. Хәҙисә Солтанбаева хеҙмәт юлы ғына түгел , тормошо ла күптәрҙә һоҡланыу уята. Шуға ла Хәҙисә Вәли ҡыҙының оло юбилейы айҡанлы юғары уҡыу йортонда ойошторолған сара хеҙмәттәштәрен һәм төрлө йылдарҙа белем алған уҡыусыларын бергә йыйҙы.
Хәҙисә Вәли ҡыҙы уҡытыусылар ғаиләһенән. Ул үҙен мәғариф өлкәһенең бар тармаҡтарында һынаған. Башҡорт тел ғилемен бөгөн студенттар өйрәтеп кенә ҡалмай, фән кандидаттарын тәрбиәләүгә лә тос өлөш индерә. Тел ғилемен үҫтереүгә, байытыуға төплө нигеҙ һала.
Әйткәндәй, Хәҙисә Солтанбаева - Ейәнсура районынан сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе фән докторы. Ул бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры ла. Йылы хис-тойғоларға, матур хәтирәләргә, рухлы йыр-моңға ҡоролған осрашыу үткәндәргә байҡау яһауға сәбәп тә булды. Ә ул айырым китапҡа торошло.
Азат Ғәлиуллин



