Уны республиканың исемле батальондары, «Башҡортостан» полкы һәм мобилизацияланған яугирҙар ҡаршы алған. Тыуған яҡтан һалдаттарға бронетехника, юғары үтемле автомобилдәр, квадроциклдар, көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатылған. Йөк автомобилдәре уларҙы яугирҙар хеҙмәт иткән хәрби частәрҙең дислокацияһына тиклем алып барып еткергән. Ә бына аҙыҡ-түлек, шәхси посылкаларҙы яҡташтарыбыҙ республика етәкселеге ойошторған логистика үҙәге келәттәренәнән ала. Унда инде йөк машиналарындағы әйберҙәр хәрби техника кузовына күсерелә.
Яңы аккумулятор һәм квадроцикл хәрби заданиеларҙы үтәргә әҙер. Уны Рәхим Сәйфуллин Бөрйәндән үк алып килеп еткергән. Техника улыныҡы, ләкин хәҙер өс йылға яҡын йүнләп ҡулланылмай. Хужаһы махсус хәрби операцияла, квадроцикл да уға хеҙмәт итһен, ти Рәхим.
Был Уралдар инде ауыр заданиелар үтәү өсөн. Броня, селтәрҙәр менән көпләнгән техника транспорт сараһы ғына түгел, дрондарҙан һаҡланыу урыны ла.
Сөнки фронтта хәҙер башлыса дрондар һәм радиоэлектрон көрәш саралары һуғышы. Шуға күрә квадрокоптерҙар килеүен яугирҙар түҙемһеҙлек менән көтә. Башҡортостанда фпв дрондар йыйыу цехы барлыҡҡа килгәс улар йыш килтерелә.
Гуманитар ылауҙың шаҡтай ҙур өлөшөн Баймаҡ халҡы туплаған. Район утыҙынсы тапҡыр ярҙам конвойы йыйып оҙатҡан. Йөк машиналарында таҡталарҙан алып сәксәккә тиклем бар.
Фронтта ваҡ-төйәктәр булмай, ти яугирҙар. Башҡортостандан ебәрелгән һәр әйбер ҙә еңеүҙе яҡынайтыуға булышлыҡ итә. Яҡташтарыбыҙ бар төр ярҙамды ла ихлас ҡабул итә.
Яугирҙар йөк машиналарын бушатып та өлгөрмәне, ә Башҡортостанда сираттағы ылау туплана. Тиҙҙн юбилей-145-се гуманитар колонна юлға сығасаҡ. Республика халҡы был изге эште һүлпәнәйтергә йыйынмай ҙа. Ылау Еңеү көнөнә тиклем оҙатыласаҡ.
Айнур Кәбиров



